Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.25
-0.19
99.36
-0.21
87.04
-0.15
21+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Октябрь 2010, 11:21

2011 йылдың 1 ғинуарынан дәүләт заказдарының үҙәкләштерелгән системаһы индерелергә тейеш

Башҡортостан Хөкүмәтендә 19 октябрҙә төбәктә дәүләт заказдарын урынлаштырыуҙың үҙәкләштерелгән системаһын үҫтереү буйынса кәңәшмә үтте. Уны был йүнәлешкә етәкселек итеүсе Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары — БР Хөкүмәте Аппараты Етәксеһе Илшат Тажетдинов алып барҙы.
Ҡатнашыусылар араһында — Башҡортостан Президенты Хакимиәте, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты вәкилдәре, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары, Контроль-иҫәп палатаһы белгестәре, республика министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре.
Асылда, быйыл 4 августа төбәк башлығы Указы менән ойошторолған Башҡортостан Республикаһы Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитетын презентациялау үткәрелде. Был ваҡыт эсендә норматив база булдырылды, яңы комитеттың маҡсаттары һәм бурыстары, дәүләт заказдарын урынлаштырыу принциптары билдәләнде.
Илшат Тажетдинов әйтеүенсә, Дәүләт комитетының эшмәкәрлеге иң төп нәмәгә — бюджет средстволарын тотоноуҙың һөҙөмтәлелеген күтәреүгә булышлыҡ итергә тейеш.
Дәүләт комитеты рәйесе Сергей Новиков дәүләт заказдарын урынлаштырыуҙың республика системаһын үҫтереү, һатып алыуҙарҙы үҙәкләштереүгә күсеү этаптары, ведомствоның эшмәкәрлеген аяҡҡа баҫтырыу, уның төп бурыстары һәм өҫтөнлөклө йүнәлештәре хаҡында һөйләне.
Ул шулай уҡ Рәсәй субъекттарының яртыһында тиерлек ошондай комитеттар булыуы хаҡында хәбәр итте, дәүләт заказы системаһын индереү өсөн пилот төбәктәр билдәләнгән дә инде. Уларға Иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министрлығы тарафынан ойошторолған эшсе төркөмдәр кәрәкле ярҙам күрһәтә. Башҡортостандың да пилот проектына ҡушылыу мөмкинлеге бар.
Дәүләт заказдарын урынлаштырғанда электрон аукциондар үткәреү, электрон сауҙа майҙандарында эште ойоштороу, заказдарҙы урынлаштырғанда Дәүләт комитетының дәүләт заказсылары менән үҙ-ара эш итеү принциптары һәм тәртибе, шулай уҡ контракттарҙың башланғыс (максималь) хаҡтарын билдәләү мәсьәләләре тикшерелде.
— Электрон аукциондар 1 июлдән башлап үткәрелә, ләкин әлегә улар киң таралмаған, ә 2011 йылдың 1 ғинуарынан бөтә төбәк һәм муниципаль заказсылар төп заказдар күләмен электрон аукциондар үткәреү юлы менән урынлаштырырға тейеш буласаҡ. Бының өсөн Башҡортостанда биш электрон майҙансыҡ һайлап алынған, — тип хәбәр Дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Айҙар Батыргәрәев.
Рәйестең икенсе урынбаҫары Валерий Исхаҡовтың фекеренсә, башҡа төбәктәрҙә ҡулланылған схемаларҙың береһен дә камил тип иҫәпләп булмай, шуға күрә Башҡортостан дәүләт заказдарын урынлаштырыуҙың үҙ схемаһын файҙаланасаҡ, уны кәрәк булһа өҫтәп эшкәртә барасаҡ.
Вице-премьер Илшат Тажетдинов, был дәүләт заказдарын урынлаштырыу мәсьәләләре буйынса беренсе генә кәңәшмә, алда ҙур эш тора, уның һөҙөмтәһендә бюджетты ярайһы уҡ экономиялауға өлгәшеләсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Автор:Любовь Колоколова | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: