10:30 (UTC+5), 18 Октября 2010

Башҡортостандың ике архитекторы «Кентавр»ға лайыҡ булды

Ғәлиә Нәбиева
БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Урал Ураҡсин менән Өфөнөң баш архитекторы Рәмзит Маскулов Рәсәйҙең төп архитектура наградаһын – «Кентавр» алды. Наградалар Мәскәүҙә «Төҙөлөш-2010» XVIII Халыҡ-ара фестивалендә тапшырылды.
Был почетлы билдә менән Рәсәйҙә биш йылдан ашыу ҡаланың баш архитекторы вазифаһын башҡарыусылар наградлана. Наградланыусылар иҫәбендә бөтәһе 7 кеше.
БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, махсус архитектура наградаһын булдырыу идеяһы 2003 йылда тыуа. Ике йылдан һуң «Кентавр» наградаһы тураһында положение әҙерләнә, ул архитектураға һәм ҡала төҙөлөшөнә ҙур өлөш индергән Рәсәй һәм сит ил эшмәкәрҙәренә тапшырыла. Награда Рәсәй Архитекторҙар Союзы һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттары һәм муниципаль берәмектәренең Баш архитекторҙар советы тарафынан ойошторола.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика