09:28 (UTC+5), 14 Октября 2010

Башҡортостан Дәүләт торлаҡ инспекцияһы Рәсәйҙә иң яҡшы дүртәү исемлегендә

Ғәлиә Нәбиева
Рәсәйҙең Баш дәүләт торлаҡ инспекцияһы субъекттар инспекцияларының 2010 йылдың 9 айындағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Иң яҡшылар иҫәбендә Санкт-Петербург, Мәскәү, Мәскәү өлкәһе һәм Башҡортостан инспекциялары аталды. Баһалағанда тикшерелгән торлаҡ фонды иҫәбе, торлаҡ өлкәһендә асыҡланған ҡағиҙә боҙоуҙар һәм штрафтар күләме иҫәпкә алынған. Юридик һәм физик шәхестәрҙең мөрәжәғәттәре менән эшләү сифаты баһалауҙың төп критерийы булып торған. Асыҡланған ҡағиҙә боҙоуҙарҙы билдәләнгән ваҡытта бөтөрөү, граждандар мөрәжәғәттәрендә күрһәтелгән һорауҙарҙы ыңғай хәл итеү мөһим күрһәткестәрҙән һанала.
Йыл башынан алып БР Дәүләт торлаҡ инспекцияһы күп фатирлы йорттарҙың 36848 мең квадрат метрын тикшергән. Тикшереүҙәр һөҙөмтәһе буйынса торлаҡ фондын хеҙмәтләндергән идара итеүсе ойошмаларға һәм предприятиеларға, торлаҡ биналар хужаларына 31463 башҡарма документ тапшырылған.
Тикшереүҙәр барышында 24683 торлаҡ фондын файҙаланыу нормаларын, торлаҡ биналарҙан файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеүҙә етешһеҙлектәр булыуы асыҡланған. Бирелгән күрһәтмәләрҙең 74 проценты буйынса ҡағиҙә боҙоуҙар бөтөрөлгән.
Инспекторҙар 5611,6 мең һум дөйөм суммаға административ штрафтар билдәләү тураһында 492 күрһәтмә сығарған, дәүләт килеменә керемдәр 5078,2 мең һум тәшкил икән. Ҡалған сумма буйынса ялыу биреү йәки административ штрафтарҙы үҙ теләгең буйынса түләү ваҡыты әлегә үтмәгән. Эштәр мәжбүри рәүештә түләтеү өсөн суд приставтары хеҙмәтенә ебәрелгән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика