04:09 (UTC+5), 12 Октября 2010

Өфөлә ихаталарҙы төҙөкләндереүгә бюджет средстволары етмәй

Евгений Рәхимҡолов | фото: Евгений Рәхимҡолов
Бюджет тәьминәте бөгөн Өфөлә иң түбәндәрҙең береһе. Был күрһәткес буйынса республиканың баш ҡалаһы миллионлы халҡы булған ҡалалар араһында арттан икенсе урында тора. Был турала Өфө хакимиәтендәге матбуғат конференцияһында ҡала башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.
— 12,5 миллиардлыҡ бюджеттың миллиондан ашыу халҡы булған ҡала өсөн аҙ булыуы көн кеүек асыҡ, - тине ул. Сағыштырыу өсөн 1,4 миллион халҡы булған Новосибирскиҙың бюджеты 21 миллиард һум тәшкил итә. Омскиҙа, уның халҡы яҡынса Өфөнөкө кеүек, бюджет – 18 миллиард.
Павел Качкаев әйтеүенсә, ҡала был мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеүҙәрен һорап республика етәкселегенә мөрәжәғәт иткән.
— Әгәр өҫтәмә средстволар табылһа, беҙ уларҙы тәү сиратта ихаталарҙы һәм квартал араларындағы территорияларҙы төҙөкләндереүгә йүнәлтәсәкбеҙ, - тине Качкаев. — Бөгөн беҙ был маҡсатҡа йылына ни бары 50 миллион һум бүләбеҙ, был ғына етмәй. Өҫтәмә ресурстар булғанда, был сумманы өс тапҡырға арттырырға мөмкин.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика