05:18 (UTC+5), 07 Октября 2010

Торатау сәнәғәт маҡсаттарында эшкәртелмәйәсәк

Светлана Ғәфүрова
Һуңғы ваҡытта Стәрлетамаҡтан алыҫ түгел, Ишембай районында урынлашҡан Торатау тауы тирәләй төрлө бәхәстәр ҡуба, митингылар ойошторола. Бының сәбәбе – «Сода» предприятиеһының был уникаль тауҙы сәнәғәт маҡсатында эшкәртә башларға ниәтләүе тураһында төрлө имеш-мимеш хәбәрҙәр тыуыуында. Шаршамбы көнө БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында үткән брифингта асыҡланыуынса, был хәбәрҙәр бөтөнләй нигеҙһеҙ.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу идаралығы (Башнедра) начальнигы Рәсих Хамитов, Идаралыҡҡа әлегә Торатауҙа артабан сәнәғәт эшкәртеүе өсөн эҙләнеү эштәре үткәреү хоҡуғына рөхсәт һорап бер кем дә мөрәжәғәт итмәне, тип аңлатты. Был ведомствоның рөхсәтенән тыш, республикалағы бер ятҡылыҡты ла тикшереү һәм сәнәғәт эшкәртеүе үткәрелмәй.
Етмәһә, Стәрлетамаҡтан 75 километр алыҫлыҡта 2004-2005 йылдарҙа Башнедра эҙләнеү эштәре үткәрҙе. Һөҙөмтәлә сода етештереү маҡсатында яраҡлы ҙур Ҡаран эзбиз ятҡылығы табылды.
Ҡаран ятҡылығындағы запастар күләме — 200 миллион тонна самаһы. Ул республикала артабан сода етештереү өсөн альтернатив сеймал сығанағы була ала.
«Сода» Шәкетау ятҡылығын да эшкәртеп бөтмәгән әле. Ундағы эзбиз запасы 100 миллион тоннаға етә.
БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Ольга Лаздина, «Торатау тауынан бер кем дә айырым һаҡланған тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын алмаған», тип өҫтәне. Был статус Башҡортостан халҡы өсөн изге һәм уникаль тәбиғәт ҡомартҡыһын ышаныслы һаҡлай.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика