06:12 (UTC+5), 07 Октября 2010

Өфө эш хаҡы кимәле буйынса миллионлы ҡалалар араһында өсөнсө урында

Евгений Рәхимҡолов
Уртаса эш хаҡының кимәле Өфөлә 21165 һум тәшкил итә. Миллиондан ашыу халҡы булған ҡалалар араһында был өсөнсө күрһәткес. Уның буйынса республикабыҙҙың баш ҡалаһы Екатеринбург һәм Новосибирскиҙан ғына ҡалыша. Был турала шаршамбы көндө оператив кәңәшмәлә ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.
— Бер йылда уртаса эш хаҡы Өфөлә яҡынса 26 процентҡа артты, — тине ул. — Был инфляция темптарына яҡынса тап килә.
Ыңғай динамика, Павел Качкаев әйтеүенсә, Өфөнөң хеҙмәт баҙарында ла күҙәтелә — бына ярты йыл инде көсөргәнешлек коэффициенты унда бер проценттан кәмерәк дәүмәлде тәшкил итә. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта ҡаланың мәшғүллек хеҙмәтендә булған 10,5 мең вакансияға ни бары 10,3 мең эшһеҙ теркәлгән. Сағыштырыу өсөн, уҙған йылда бер эш урынына бер юлы ике-өс кеше дәғүә икән ваҡыттар булған.
— Хеҙмәт баҙарында артабан да тотороҡлоҡ һаҡланасаҡ, тип хәҙер ышаныслы әйтергә мөмкин, - тине Павел Качкаев. – Шуның менән бергә, эш биреүселәр менән күрһәтелгән вакансияларҙың 80 проценты төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь тармаҡ, сауҙа һәм эшкәртеү сәнәғәте өсөн эшсе профессияларға тура килеүе етди проблема булып тора. Ә мәшғүллек хеҙмәтендә башлыса бөтөнләй башҡа һөнәр кешеләре иҫәптә тора.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика