07:09 (UTC+5), 07 Октябрь 2010

Бәләбәй һөт комбинаты «Алтын көҙ-2010»да 19 алтын миҙал яуланы

Ғәлиә Нәбиева
Бәләбәй һөт комбинаты Мәскәүҙә барған «Алтын көҙ–2010» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә иң яҡшы продукция өсөн 19 алтын миҙал яуланы. Абруйлы аграр форум баш ҡалала 1 октябрҙә асылды һәм 11 октябргә тиклем дауам итәсәк. Унда Рәсәйҙең 55 төбәгенән һәм 32 сит дәүләттән 1000-дән ашыу предприятие вәкилдәре ҡатнаша.
Ҡунаҡтарға Бәләбәй һөт комбинатының бөтә ассортименты тәҡдим ителде. Предприятиеның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл комбинат сырҙарҙың яңы маркаларын баҙарға сығарҙы. Быйыл йәй сырҙар Башҡортостанда, Пермь крайында, Силәбе, Һамар, Свердловск, Омск өлкәләре магазин кәштәләрендә барлыҡҡа килде.
Бәләбәй һөт комбинаты экспозицияһының үҙәк урынын яңы продукт – үҙенсәлекле технология буйынса әҙерләнгән «Бельфор» сыры биләне. Был юғары сортлы һөттән әҙерләнгән, шәрбәтерәк сәтләүек һәм хуш еҫле емеш-еләк тәме килгән ярым ҡаты сыр.
Предприятиела «Алтын көҙ» күргәҙмәһендә ҡатнашыу һөҙөмтәләре менән барыһы ла ҡәнәғәт. 2008 йылда Бәләбәй сырҙары 11 юғары пробалы миҙалға лайыҡ булғайны. Быйыл 19 алтын миҙал – комбинат коллективының ныҡышмалы хеҙмәт һөҙөмтәһе ул. Комбинат вәкиле Анна Ведерникованың һүҙҙәренә ҡарағанда, бөтә яңы продукттар күргәҙмәгә килеүселәрҙең күңеленә хуш килгән.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика