12:45 (UTC+5), 05 Октября 2010

Сәнәғәт ҡалдыҡтары Башҡортостан экологияһына хәүеф менән янай

Светлана Ғәфүрова
Сәнәғәт ҡалдыҡтарын ер аҫтына күмеү урындары республикала ғәмәлдәге нормативтарға яуап бирмәй.
БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы мәғлүмәтенә ярашлы, республикала сәнәғәт ҡалдыҡтарын күмеү өсөн 2500 урын ойошторолған. Шуларҙың 33-ө генә (ни бары 1,3%) — тулыһынса ғәмәлдәге нормативтарға яуап бирә. Белгестәр баһалауынса, дөрөҫ күмелмәгән производство ҡалдыҡтары тупраҡты ғына түгел, өҫкө һәм грунт һыуҙарын да бысрата, һәм улар, бер-береһенә тоташҡан тамырҙар кеүек, зарарлы матдәләрҙе алыҫ араға тарата.
Уҙған йылда республикала сәнәғәт ҡалдыҡтары 2008 йыл менән сағыштырғанда 6,06 миллион тоннаға аҙайған. 2009 йылда улар бөтә Башҡортостан буйынса дөйөм алғанда 36,78 миллион тоннаға еткән.
Республикала иң эре сәнәғәт ҡалдыҡтарын булдырыусы – «Башҡортостан баҡыры» асыҡ акционерҙар йәмғиәте. 2009 йылда был акционерҙар йәмғиәтенең эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә 19 620,4 мең тонна ҡалдыҡтар барлыҡҡа килгән. Бында, тәбиғи, Учалы тау-байыҡтырыу һәм Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаттары алдынғы урында. Эре сәнәғәт предприятиелары араһында иң аҙ ҡалдыҡтар, 13 мең тонна, «Каучук» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенә тура килә.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика