18:32 (UTC+5), 05 Октября 2010

Коммуналь түләүҙәрҙе йыйыу артты

Өфөлә коммуналь түләүҙәрҙе йыйыу артты. Йыл башынан алып ул бер процентҡа артты һәм дөйөм алғанда 70 миллион һумдан ашыу тәшкил итте. Был турала Өфө мэрияһындағы кәңәшмәлә ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ирек Ялалов хәбәр итте.
— Хәҙерге ваҡытта түләүҙәрҙе йыйыу 94,7 процент тәшкил итә, — тине ул. – Бында йыйым кимәлен күтәреү беренсе сиратта бурыслылар менән һөҙөмтәле эшләүгә бәйләнгән. Судҡа мөрәжәғәт иткәндә һәм бәләкәйерәк торлаҡ майҙанына күсереү менән янағанда кешеләрҙең 80 һәм 100 мең һум бурысын түләргә хәлдәренән килеүе асыҡлана. Ә был бурыстарҙың сикләнгән финанс мөмкинлектәренә түгел, ә башлыса кешеләрҙең түләргә теләмәүенә бәйле булыуы хаҡында һөйләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика