04:49 (UTC+5), 01 Октября 2010

Башҡортостанда «Социаль кәрзин» акцияһы старт ала

Ғәлиә Нәбиева
Рәсәй аҙыҡ-түлек баҙарында социаль әһәмиәткә эйә аҙыҡ-түлек тауарҙарына хаҡтарҙың тотороҡһоҙ үҫеше күҙәтелә. Ошоноң менән бәйле ауыл хужалығы етештереүселәренең тармаҡ берекмәләре, эшкәртеү предприятиелары һәм сауҙа ойошмалары араһында социаль әһәмиәттәге аҙыҡ-түлек тауарҙарына хаҡтарҙы тотороҡландырыу өсөн хеҙмәттәшлек итеүҙең дөйөм принциптары тураһында килешеү төҙөлдө. Был килешеү сиктәрендә Башҡортостан Сауҙа Ассоциацияһы «Социаль кәрзин» акцияһын 1 октябрҙән башларға тәҡдим итте.
Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, социаль көсөргәнешлекте бөтөрөү һәм социаль әһәмиәттәге иң кәрәкле аҙыҡ-түлек тауарҙарына хаҡтарҙы тотороҡландырыу уның төп маҡсаты булып тора. Акцияла ҡатнашыуҙарын «Пятерочка» (БР буйынса магазиндар иҫәбе — 51), «Полушка»(92), «Матрица»(38), «Байрам»(41), «АИФ»(4), «7 копеек» (Стәрлетамаҡ) (8), «Семерочка» (Стәрлетамаҡ) (40) сауҙа селтәрҙәре раҫланы. Артабан акцияға башҡа сауҙа ойошмаларының ҡушылыуы ла планлаштырыла.
Акцияла ҡатнашырға теләк белдергән сауҙа предприятиелары, РФ Хөкүмәтенең 2010 йылдың 15 июлендәге 530-сы һанлы Ҡарарына ярашлы, халыҡҡа уларҙың һатыуҙа булыуын һәм минималь хаҡтарға гарантия бирә алыуын иҫәпкә алып (10 проценттан артмаған өҫтәмә хаҡ менән), социаль әһәмиәттәге аҙыҡ-түлек тауарҙары исемлегенән ниндәй тауарҙар күрһәтеүҙе үҙ аллы һайлай. Магазин кәштәләрендә был тауарҙар айырым хаҡ белешмәләре менән күрһәтелә.
«Социаль кәрзин» акцияһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостан Сауҙа Ассоциацияһының дирекцияһынан 8(347)252-88-88 телефоны аша йәки www.bta-rb.ru сайтынан алырға мөмкин.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика