05:35 (UTC+5), 01 Октября 2010

Башҡортостан урмандарына 38,5 миллион һумлыҡ зыян килтерелгән

Рәсүл Хәмиҙуллин
Башҡортостан урмандарында санитар хәүефһеҙлекте боҙған өсөн БР Урман хужалығы министрлығы инспекторҙары менән ағымдағы йылда 311 протокол төҙөлгән.
Йәнлектәр төйәкләгән ете урындың юҡ ителеүе асыҡланған. Барыһы буйынса административ хоҡуҡ боҙоу тураһында протокол төҙөлгән. “Башинформ” агентлығына министрлыҡтың дәүләт урман контроле һәм күҙәтеүе бүлеге начальнигы Исмәғил Абдуллиндың хәбәр итеүенсә, нигеҙҙә хоҡуҡ боҙоуҙар урман хужалығы эшмәкәрлеге дауамында сүп-сар ҡалдырыу менән бәйле. Тап ошондай сүп-сар урындары зыян килтерә торған организмдар үрсеүенә идеаль мөхит булып тора.
Законһыҙ ағас ҡырҡыуға 448 протокол төҙөлгән. Республиканың урман хужалығына килтерелгән зыян суммаһы 38,5 миллион һум тәшкил итә. Законһыҙ ҡырҡылған ағас - биш мең кубометр самаһы. Уҙған йылдың ошо уҡ осоронда зыян суммаһы 33 процентҡа күберәк булып, 58 миллион һум тәшкил иткән.
БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, хоҡуҡ һаҡлау органдарына енәйәт эше асыу өсөн 248 протокол тапшырылған. Уларҙа дөйөм зыян суммаһы 37,9 миллион һум менән баһалана.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика