05:13 (UTC+5), 30 Сентября 2010

1 октябрҙә Өфөлә йылытыу миҙгеле башлана

Рәсүл Хәмиҙуллин
Йома, 1 октябрҙә, Өфөлә йылытыу миҙгеле башлана. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың баш ҡалаһының бер нисә балалар һәм медицина учреждениеларына йылы бирелгән дә инде. Ҡала хакимиәте ҡарарына ярашлы, ошо уҡ көндө йылытыу миҙгеле Благовещенск ҡалаһында ла старт аласаҡ. Ошо арала Күмертауҙа ла ҡарар сығыуы көтөлә.
«Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең корпоратив коммуникациялар буйынса департаментынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан йылылыҡ бүлеү селтәрҙәре йылылыҡ энергияһын ҡулланыусыларға властың муниципаль органдарының тейешле ҡарарҙары сыҡҡандан һуң ебәрә башлай. Бындай документтар Ағиҙелдә, Нефтекамала, Стәрлетамаҡта, Сибайҙа һәм Ишембайҙа көсөнә инде. Салауатта йылы әлегә һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф объекттарына ғына бирелә.
Беренсе сиратта балалар баҡсаларындағы, мәктәптәр, дауалау учреждениеларындағы батареяларға йылы килә. Йылы биреү – ҡатмарлы технологик процесс, ул, ҡағиҙә булараҡ, бер нисә көнгә һуҙыла. Йылылыҡ миҙгелен асыуға «команда» бирелгәс тә, йорттарҙағы батареялар йылынасаҡ, тип уйларға ярамай. Йылылыҡ энергияһы буйынса бурыстары булған предприятиеларға «йылы» гигакалорийҙар ебәреүҙең бурыстар ҡапланғансы башланмауы ла ихтимал.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика