07:38 (UTC+5), 29 Сентября 2010

Миллион гектар ер туңға һөрөлдө

Ғәлиә Нәбиева
Республика механизаторҙары миллион гектар һөрөнтө ерҙе эшкәртте. Дөйөм алғанда, планлаштырылған майҙандың 75 процентында туңға һөрөү үткәрелгән.
— Был агротехник алым игенселәргә яҙғы баҫыу эштәрен үткәреүгә тупраҡта дым тупларға ярҙам итәсәк, — ти БР Ауыл хужалығы министрлығының прогрессив үҫемлекселек технологиялары бүлегенең баш агрономы Таһирйән Мөхәмәтзиев. – Төрлө райондарҙа төрлө технологиялар ҡулланалар.
Тәтешле һәм Ауырғазы райондары игенселәре туңға һөрөүҙе тулыһынса тамамланы. Стәрлетамаҡ, Саҡмағош, Илеш, Ҡалтасы райондарында баҫыуҙарҙың 90 проценты эшкәртелгән. Шәкәр сөгөлдөрөн йыйып алыуға һәм майҙандарҙың бушауына ҡарап, туңға һөрөү дауам иттереләсәк.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика