10:09 (UTC+5), 28 Сентября 2010

Республика башлығы аҙыҡ-түлек баҙарының тулылығына иғтибар итеүҙе һораны

Үткән йәкшәмбелә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә бер нисә ауыл хужалығы йәрминкәһен ҡараны. Аҙыҡ-түлек баҙарын тикшереүгә республика башлығы теүәл бер көнөн сарыф итте.
— Дөйөм алғанда, йәрминкәләрҙән яҡшы тәьҫораттар ҡалды - бында картуфтың килограмын 20 һумға, кәбеҫтәнең килограмын - 20 һумға, кишерҙе – 30 һумға, 50 килограмлыҡ тоҡ менән ондо 650 һум менән һатып алырға мөмкин ине, бөтә ерҙә лә бал тәҡдим ителде. Әммә ҡайһы бер сауҙа майҙандарында ассортимент тейешле кимәлдә түгел ине, мәҫәлән, Дим баҙарында картуф һәм башҡа төрлө йәшелсәләр булманы.
Рөстәм Хәмитов фекеренсә, бындай йәрминкәләрҙе, йәрминкәләргә килеүсе фермерҙарҙың эшләү шарттарына иғтибар биреп, мәҙәниәтлерәк үткәрергә кәрәк. Ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтарына был эште тейешле контролдә тоторға ҡушылды, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика