17:56 (UTC+5), 28 Сентября 2010

Башҡортостанда силос һалыу дауам итә

Ғәлиә Нәбиева
Республика аграрийҙары мал аҙығы әҙерләүҙе дауам итә. БР Ауыл хужалығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Әбйәлил, Балаҡатай, Белорет, Иглин, Краснокама, Ҡалтасы, Мәләүез, Мәсетле, Хәйбулла һәм Шаран райондарында малсылыҡты бесән менән тулыһынса тәьмин иткәндәр.
Әлеге ваҡытта кукуруз һәм көнбағыштан тупаҫ һәм һутлы мал аҙығын һалыу алып барыла. Сенаж һәм силос әҙерләүҙә Асҡын, Дыуан, Стәрлетамаҡ, Ҡалтасы, Стәрлебаш, Тәтешле, Хәйбулла райондары алда бара.
Бер шартлы мал башына иң күп мал аҙығын Борай, Ҡалтасы, Ҡырмыҫҡалы, Хәйбулла, Краснокама райондары хеҙмәтсәндәре әҙерләгән. Ҡоролоҡ шарттарында аграрийҙар шифалы үләндәр ҙә йыйған. Саҡмағош районында - 8600 тонна үлән, Стәрлетамаҡ районында – 7000 тонна, Учалы районында – 4000, Федоровкала 3700 тонна үлән киптерелгән.
Иң күп эҫкерткә һалынған һалам Ауырғазы районында — 28700 тонна. Дүртөйлө һәм Стәрлетамаҡ эшсәндәре мал аҙығы ихаталарына 27 мең тоннанан ашыу һалам ташыған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика