Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.97
0
90.01
0
62.51
+0.52
9+ °C
Облачно
Баш
Рус
Eng
Иҡтисад
27 Сентября 2010, 05:25
Баш ҡалала икенсел торлаҡ бер аҙнала 0,4 процентҡа ҡыйбатланды
Өфөнөң икенсел торлаҡ баҙарында хаҡтар бер аҙнала 0,4 процентҡа күтәрелде. Бөтә төрҙәге фатирҙар буйынса бер квадрат метрына тәҡдим ителгән уртаса хаҡ 43,15 мең һум тәшкил итә.
Йыл башынан алып икенсел торлаҡҡа хаҡ 7,8 процентҡа артҡан. Иң аҙ артҡан сегмент - ике бүлмәле фатирҙар, уларға хаҡ 0,3 проценҡа ғына күтәрелгән, ә иң ныҡ артҡаны - бер бүлмәлеләр, бында квадрат метрҙың хаҡы 0,6 процентҡа артҡан.
«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре мәғлүмәтенә ярашлы, бөгөн иң арзан өс бүлмәле фатирҙы ҡалала Карл Маркс урамынан бер миллион һумға алырға мөмкин. Майҙаны — 45 квадрат метр. Иң ҡыйбат фатир 16 миллион һумға һатыла. Был Октябрь проспектында урынлашҡан фатир биш бүлмәнән тора. Уның майҙаны - 225 квадрат метр.
9,9 кв.м. майҙанлы иң арзан бүлмәне - Конституция урамынан 500 мең һумға, ә иң ҡыйбатлыһын - Калинин урамындағы 24,1 квадрат метрлыҡ бүлмәне 1300 мең һумға алырға мөмкин.
Автор:
Рәсүл Хәмиҙуллин
Теги:
күсемһеҙ милек
хаҡтар
Читайте нас