08:35 (UTC+5), 24 Сентября 2010

Владимир Балабанов: Аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артыуына яһалма ажиотаж булышлыҡ итте

Рәсүл Хәмиҙуллин
Башҡортостанда аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артыуы күҙәтелә. Быны аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артыуын туҡтатыу мәсьәләләре буйынса БР Хөкүмәтендә үткән киңәйтелгән кәңәшмәлә БР иҡтисади үҫеш министры Владимир Балабанов раҫланы. Уның һүҙҙәренсә, йыл башынан алып аҙыҡ-түлеккә хаҡтар республикала һигеҙ процентҡа артҡан. Атап әйткәндә, ҡарабойҙайға, картуфҡа, он һәм һөткә хаҡтар күтәрелгән.
— Бындай хәл иң тәүҙә аҙ тәьмин ителгән граждандарға ныҡ һиҙелә, - ти министр. – Тауарға өҫтәлгән хаҡтың 100 проценттан артыуы был хәлде тағы ҡатмарлаштыра. Хатар артыуының сәбәптәре араһында етештереү сығымдарын һәм ҡоролоҡто атайҙар. Әммә ысынбарлыҡта быларҙың береһе лә хаҡтар сәйәсәтен аҡламай. Барыһына ла коммерция предприятиеларының үҙ-ара һүҙ ҡуйышыуы һәм яһалма рәүештә тыуҙырылған ажиотаж ғәйепле. Бынан тыш, республика халҡының күп өлөшө хаҡтарҙың артабан артыуын көтә.
Туҡланыу продукттарына хаҡтар артыуының тағы бер мөһим сәбәбе тип Владимир Балабанов аграр сектор менән идара итеүҙең һөҙөмтәле булмауын билдәләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика