06:12 (UTC+5), 24 Сентября 2010

Рөстәм Хәмитов: Күмәртә звеноһыҙ сауҙа итеү мөмкин түгел

Рәсүл Хәмиҙуллин
Башҡортостанда күмәртә сауҙа звеноларының һөҙөмтәле структураһын булдырырға кәрәк. Был турала БР Хөкүмәтендәге төп аҙыҡ-түлек продукттарына хаҡтар артыуын сикләү мәсьәләләре буйынса киңәйтелгән кәңәшмәлә республика Президенты Рөстәм Хәмитов белдерҙе.
— Аҙыҡ-түлек продукттарына хаҡтар артмаҫҡа тейеш, — тине ул. – Әгәр хәҙер улар тотороҡланған икән, уларҙы кәметеү тураһында уйларға кәрәк. Беҙҙә ауыл хужалығы республикаһы. Һәм беҙ бындай проблемалар кисермәҫкә тейешбеҙ, ләкин ысынында хәл бөтөнләй киреһе. Ауыл хужалығы тауарҙарының күп төрҙәре республикала күпләп үҫтерелмәй. Улар иҫәбендә – кишер, һуған, кәбеҫтә һәм башҡалар. Беҙҙең баҙарға бөтә был продукция күрше өлкәләрҙән килтерелә. Продукттарҙың социаль төрҙәрен етештереү күләмдәре лә кәмей, уларға өҫтәмә иң кәм булырға тейеш. Рәсәй Федерацияһының күп субъекттарында күмәртә базалар ваҡлап һатыуҙан күберәк. Беҙ был планда ҡалышабыҙ, ә күмәртә секторһыҙ етештереүселәрҙән ҡулланыусыға ҙур тауарҙар ағымы булмаясаҡ.
Президент ҡайһы бер министрлыҡтарға һәм ведомстволарға яҡын араларҙа логистик күмәртә сауҙа үҙәктәре булдырыу буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты. Бынан тыш, ҡулланыусылар кооперацияһы системаһын тәртипкә килтерергә кәрәк. Ауыл хужалығы йәрминкәләренә килгәндә, бында Рөстәм Хәмитов, республика етештереүселәрен бушлай урындар менән тәьмин итергә кәрәк, тип билдәләне.
Президент көс хеҙмәткәрҙәренә айырым мөрәжәғәт итте:
— Һеҙ намыҫһыҙ һатыусыларға ҡаты контроль тәьмин итергә тейешһегеҙ. Уларҙы асыҡларға һәм язаһын бирергә кәрәк, — тине республика башлығы.
Бынан тыш, октябрҙән республикала «Социаль кәрзин» акцияһы ғәмәлгә инәсәк. Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы рәйесе Илдар Ғарифуллин әйтеүенсә, акцияла ҡатнашыусы сауҙа предприятиелары аҙыҡ-түлектең өҫтәмә хаҡ ун проценттан ашмаясаҡ ҡайһы бер төрҙәрен билдәләйәсәк. Рөстәм Хәмитов кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы ошо акцияға иғтибар бирергә саҡырҙы.
Шулай уҡ тиҙҙән Башҡортостандың аҙыҡ-түлек баҙарындағы хәлгә контроллек итеү буйынса махсус комиссия эшләй башлаясаҡ. Уны БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Николай Курапов етәкләйәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика