09:00 (UTC+5), 24 Сентября 2010

Ҡоролоҡ Башҡортостанда игенде етерлек күләмдә йыйырға мөмкинлек бирмәне

Рәсүл Хәмиҙуллин
Ағымдағы йылда ҡоролоҡ арҡаһында Башҡортостанда 870 мең тонна иген йыйып алынасаҡ. Был ғәҙәттәгенән 3,6 тапҡырға кәмерәк. Был турала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артыуын туҡтатыу мәсьәләләре буйынса БР Хөкүмәтендә үткән киңәйтелгән кәңәшмәлә БР ауыл хужалығы министры Азат Йыһаншин әйтте. Көнбағыш уңышы күп йылдар дауамындағы күрһәткестәрҙән - 2,6 тапҡырға, шәкәр сөгөлдөрө 2,3 тапҡырға түбәнерәк.
Министр әйтеүенсә, республика баҫыуҙарында мал аҙығы ике тапҡырға кәмерәк әҙерләнгән, был бөгөн үк ит һәм һөт етештереү күләмендә, шулай уҡ мал иҫәбендә сағыла. Ҡоролоҡтан тыш, хаҡтар артыуына юғары өҫтәмә хаҡтар билдәләгән сауҙа ла кире йоғонто яһай. Мәҫәлән, крәҫтиәндәр ҡарабойҙайҙы ике тапҡырға арзаныраҡҡа һатһа ла, сауҙала уның килограмы 50 һумдан артып китә.
Ауыл хужалығы продукцияһына ажиотажды һәм хаҡтар артыуын туҡтатыу өсөн республикала бер нисә принципиаль сара күрелә. Башҡортостан аграрийҙарына ярҙам итер өсөн федераль һәм республика бюджеттарынан 4,5 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Аҙыҡ-түлек продукттарына хаҡтар мониторингын ойоштороу буйынса ведомство-ара эш төркөмө булдырылған, һатып алыу хаҡтарына мониторинг алып барыла, БР-ҙың ашлыҡ ҡабул итеү предприятиеларында 516 мең тонна иген һаҡлана. Бынан тыш, республика ҡалаларында аҙыҡ-түлек менән бәйле хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында, игендең биш айлыҡ оператив страховка запасы булдырылған.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика