10:03 (UTC+5), 23 Сентября 2010

Россельхозбанк ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн кредиттар буйынса процент ставкаларын кәметә

"Башинформ"
«Россельхозбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Идараһы 22 сентябрҙә юридик шәхестәргә бирелеүсе кредиттар буйынса процент ставкаларын кәметеү тураһында ҡарар ҡабул итте. Кредит учреждениеһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай ҡарар "агросәнәғәт комплексын финанслау буйынса бурыстарҙы үтәү һәм ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәрҙең финанс тотороҡлоғон күтәреү маҡсатында " ҡабул ителгән.
90 көнгә тиклем араға бирелгән ҡыҫҡа ваҡытлы кредиттар буйынса процент ставкаларын - йылына 13-13,5 проценттан 9 процентҡа; 91 - 180 көнгә бирелеүсе кредиттар буйынса – 13,5 проценттан 11 процентҡа; 181 көндән 1 йылға тиклем бирелеүсе кредиттар буйынса процент ставкаларын йылына 13,75-14 проценттан 12 процентҡа тиклем кәметергә ҡарар ителгән.
Бынан тыш, Россельхозбанк менән ауыл хужалығы өсөн йәш малдар һатып алыуға (уларҙы залогҡа һалып), малсылыҡ комплекстары төҙөлөшө, реконструкцияһы һәм уларҙы модернизациялау буйынса инвестицион проекттарҙы өҫтәп финанслауға, шулай уҡ “2009-2011 йылдарға крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары нигеҙендә ғаиләнең һөтлө малсылыҡ фермаларын үҫтереү” маҡсатлы тармаҡ программаһы сиктәрендә бирелгән кредиттар буйынса кредит ставкалары ла бер пунктҡа төшөрөлгән.
Банктан аңлатыуҙарынса, процент ставкаларын кәметеү тураһындағы ҡарар норматив документтарға тейешле үҙгәрештәр индерелгәндән һуң ғәмәлгә инәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика