04:18 (UTC+5), 22 Сентября 2010

«Салауатнефтеоргсинтез» менән «Каустик» араһындағы конфликт арҡаһында Башҡортостан ҡаҙнаһы 100 миллион һум юғалтҡан

"Башинформ"
«Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән «Каустик» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһындағы конфликт һөҙөмтәһендә углеводород сеймалы – этилен ташыуҙың туҡтатылыуы республика ҡаҙнаһына ҙур юғалтыуҙар алып килде. «Каустик» йәмғиәте эшһеҙ торорға мәжбүр булғанында өҫтәлмә хаҡ менән продукция етештермәне, тимәк, төбәк ҡаҙнаһы химия комбинатынан алырға мөмкин булған 100 миллион һум самаһы һалымды юғалтты. Был турала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов белдерҙе.
«Уҙған аҙнанан «Каустик» йәмғиәтенә химия комбинаты өсөн сеймал - этилен килә башланы, — тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙгә эшләүсе предприятиелар кәрәк һәм бынан ары беҙ бындай конфликтлы ситуацияларҙы иҫкәртергә тейешбеҙ».
Республика Президенты «Каустик»ҡа сеймал ташыу тураһындағы ҡарарҙың ваҡытлы ғына булыуын, ул ике ай дауамында «химия комбинатын технология буйынса минималь сеймал менән тәьмин итеүгә» йүнәлтелгәнен билдәләне. Ошо арала ике яҡ ярашыу тураһында килешергә тейеш. Рөстәм Хәмитов «Каустик»ты этилен менән тәьмин итеүҙең альтернативалы схемаһын әҙерләү мөмкинлеген дә инҡар итмәй, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика