Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
-0.36
98.56
-0.08
82.82
-0.85
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Сентябрь 2010, 10:01

Рәсәй Финанс министрлығы рейтинг агентлыҡтарының кредит рейтингыларын билдәләүҙә компетентлығын раҫланы

Рәсәй Финанс министрлығы аккредитация алған рейтинг агентлыҡтарының исемлеген баҫтырҙы. Унда түбәндәгеләр ингән:
Fitch Ratings CIS Ltd.;
Standard & Poor's International Services, Inc.;
Moody's Investors Service;
"Милли рейтинг агентлығы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте;
"Анализ, Консультациялар һәм Маркетинг” рейтинг агентлығы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте;
"Рус-рейтинг" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте;
“Эксперт РА" рейтинг агентлығы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте.
Агентлыҡтарҙың кредит рейтингын биреүҙә компетентлығын раҫлау юлы менән рейтинг агентлыҡтарының эшмәкәрлегенә ышаныс артыуын тәьмин итеү рейтинг агентлыҡтары аккредитацияһының төп маҡсаты булып тора.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Standard & Poor's International Services, Inc. 2010 йылда Башҡортостан Республикаһының кредит рейтингын «ВВ+, тотороҡло» кеүек билдәләне. Ә Moody's Investors Service рейтинг агентлығы республиканың кредит рейтингын «Ва1, прогноз тотороҡло» тип билдәләне.
Мәғлүмәт Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән алынды.
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: