05:55 (UTC+5), 20 Сентябрь 2010

Поезға билетты Интернет аша һатып алырға мөмкин

Любовь Колоколова
Йәйге айҙарҙа Куйбышев тимер юлынының Башҡортостан бүлексәһендә 21 меңдән ашыу пассажир билеттарын интернет аша һатып алған. Уңған йылдың ошо уҡ осоронда был хеҙмәт менән ете мең самаһы кеше файҙаланғайны.
Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе матбуғат секретары Рөстәм Ғөбәйҙуллиндың хәбәр итеүенсә, электрон хеҙмәт менән файҙаланыусылар һаны арта.
Электрон билет һатып алыу өсөн «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең сайтына инеп, маршрут менән юлға сығыу көнөн, ҡуҙғалыу ваҡытын, шулай уҡ поезд номерын һәм урын һайларға кәрәк, заказды раҫлағандан һуң, былар барыһы ла теркәләсәк. Артабан пассажирға банк картаһының реквизиттарын йыйып, билет хаҡын түләргә генә ҡала. Ә юл йөрөү документын һеҙгә уңайлы ваҡытта Рәсәй тимер юлдарының һәр кассаһынан алырға була. Шулай уҡ поезд ҡуҙғалыр алдынан вокзал кассаһына мөрәжәғәт итергә лә мөмкин.
Алыҫ араға йөрөүсе поездарға «виртуаль» билет тултырған өсөн өҫтәмә йыйымдар алынмай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика