11:00 (UTC+5), 20 Сентября 2010

Өфөнөң икенсел торлаҡ баҙарында хаҡтар бер аҙнала 0,5 процентҡа күтәрелде

Өфөлә икенсел торлаҡ баҙарында хаҡтар һуңғы аҙнала ярты процентҡа күтәрелгән. Бөтә төрҙәге фатирҙар буйынса бер квадрат метрына тәҡдим ителгән хаҡ әлеге ваҡытта 42,97 мең һум тәшкил итә.
Хаҡтар бөтә сегменттарға ла артҡан: бер бүлмәле, өс бүлмәле һәм күп бүлмәле фатирҙар - 0,5 процентҡа, ике бүлмәлеләр — 0,4 процентҡа.
Торлаҡ үҙәктә һәм “Башҡортостан” сауҙа комплексы районында ҡиммәтерәк, Шакша һәм Черниковкала – арзаныраҡ.
«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре мәғлүмәте буйынса, бөгөн иң арзан бер бүлмәле фатирҙы Интернациональ урамынан 950 мең һумға һатып алырға мөмкин. Уның майҙаны - 30,3 квадрат метр. Ә иң ҡыйбат хаҡҡа Октябрь проспектындағы 220 квадрат метрлыҡ биш бүлмәле фатир тәҡдим ителә, уны хужалары 16 миллион һумға баһалай.
Иң арзан бүлмәне - Новоженов урамынан (майҙаны - 17 квадрат метр, 400 мең һум), ә иң ҡыйбатлыһын Калинин урамынан алырға мөмкин. Һуңғыһының майҙаны — 24,1 кв.м., ә хаҡы — 1300 мең һум.
Һатыуға ҡуйылған иң ҡыйбат коттедж Михайловкала урынлашҡан, майҙаны – 350 квадрат метр. Ул 20 миллион һумға һатыла.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика