09:42 (UTC+5), 17 Сентября 2010

Киләсәктә биналарҙы пандустар менән йыһазландырырға планлаштыралар

Рәсүл Хәмиҙуллин
Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты төбәк биләмәһендә проектланған биналарҙа алынмалы күсмә пандустар һәм портатив тартыу ҡоролмаһын индергән конструкциялар ҡулланырға тәҡдим итә. Бындай конструкциялар инвалид кресло-коляскаһында хәрәкәт итеүсе физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға кәрәк.
Дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, был конструкцияны эшкәртеүсе – БР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы, инвалидтарҙы реабилитациялауҙың техник саралары буйынса йәмәғәт эксперты Виктор Лаврентьев. Пандустар ваҡытлыса — эш көнө осорона урынлаштырылыуы мөмкин.
Ҡоролма еңел монтажлана һәм һүтелә, күп урын да биләмәй. Уны әҙерләүгә һәм монтажлауға, ҡат иҫәбенә бәйле, биш меңдән ун мең һумға тиклем аҡса талап ителә. Ҡулайлама һынауҙы уңышлы үтте һәм РФ Дәүләт уйлап табыуҙар реестрында патент алды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика