06:57 (UTC+5), 15 Сентября 2010

Ер кадастр палатаһы халыҡ менән эшләүҙә SMS файҙалана

Рәсүл Хәмиҙуллин
Башҡортостанда Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенең (Росреестр) https://portal.rosreestr.ru интернет–порталы уңышлы эшләй. Уның аша Дәүләт күсемһеҙ милек кадастры мәғлүмәттәрен һорап мөрәжәғәт итергә, шулай уҡ электрон формала кадастр инженерының электрон-цифрлы ҡултамғаһы ҡуйылған межа планын ҡушып һалып, дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйыу тураһында ғариза бирергә мөмкин.
Мәғлүмәттәр биреү тураһында электрон запростарҙың байтаҡ өлөшө мөрәжәғәт иткән көндө эшкәртелә, ҡалғандары – иртәгәһенә, бик һирәк кенә запростар килгән көндән алып икенсе йәки өсөнсө көнөнә эшкәртелә.
БР Ер кадастр палатаһы эшендә һуңғы ваҡыттағы яңылыҡтарҙың береһе булып Дәүләт күсемһеҙ милек кадастры тураһында дөйөм мәғлүмәттәр биреү ысулдары исемлеген автоматлаштырыу һәм даими киңәйтеү тора. Мәҫәлән, күптән түгел мөрәжәғәт итеүселәргә мобиль элемтә системаһы аша хәбәр итеүҙең яңы системаһы — тәғәйен мөрәжәғәт итеүсе буйынса эштең тамамланыуы тураһында SMS ебәреү – индерелде.
БР Ер кадастр палатаһы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәтләндереүҙәр сифатын яҡшыртыу маҡсатында республиканың төрлө төбәктәрендә филиалдар — палата бүлектәре базаһында махсус «инфоматтар» урынлаштырылды. Белешмә мәғлүмәт биреүҙән тыш, улар http://zkprb.ru сайтында Дәүләт күсемһеҙ милек кадастры мәғлүмәттәренә инеүҙе тәьмин итә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика