09:53 (UTC+5), 14 Сентября 2010

Өфөләге ауыл хужалығы йәрминкәләренә картуф ситтән килтереләсәк

Рәсүл Хәмиҙуллин
Өфөлә көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләре рәсми рәүештә 25 сентябрҙә эшләй башлаясаҡ. Шулай ҙа республиканың баш ҡалаһындағы ике майҙанда тәүге йәрминкәләр 4-5 сентябрҙә үтте. Улар бал йәрминкәләре булды. Уларҙа ике көн эсендә 50 тонна бал продукцияһы һатылды. Уртаса хаҡ былтырғы 250 һум урынына литрына 450 һум тәшкил итте. Был турала мэриялағы бөгөнгө матбуғат конференцияһында Өфө хакимиәтенең Ҡулланыусылар баҙары идаралығы начальнигы Ирина Рублева хәбәр итте.
— Йәрминкәләр рәсми рәүештә асылмаһа ла, көҙ башланғандан алып бер ял көнө лә уларһыҙ үтмәне, - тине ул. - 11 сентябрҙә «Аврора» кинотеатры янындағы майҙанда картуф һатыу ойошторолдо. Был шәмбелә ошондай уҡ йәрминкә Спорт һарайы алдында үтәсәк. Бындай саралар картуфҡа булған ажиотаж һорауҙы кәметеү ниәтендә ойошторола. Үрҙә күрһәтелгән майҙандарҙа картуфтың килограмын 18-20 һумдан һаталар. Шул уҡ мәлдә ҡаланың ҡайһы бер сауҙа нөктәләрендә килограмына хаҡтың 35 һумға етеүен иҫәптә тоторға кәрәк.
Ирина Рублева әйтеүенсә, быйылғы йәрминкәнең ситтән ҡайтарылған картуф һәм һуғанға ориентирланыуы уның үҙенсәлеге буласаҡ.
— Быйылғы йыл уңышҡа бай түгел, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. – Шуға күрә беҙ ауыл хужалығы продукцияһы менән беҙҙә һатыу итәсәк башҡа төбәктәргә мөрәжәғәт иттек.
31 октябргә тиклем дауам итәсәк көҙгө йәрминкәләр өсөн Өфөлә 20-нән ашыу майҙан биреләсәк. Мөмкинлек булғанда йәрминкәләр ваҡытының тағы ла оҙайтылыуы ихтимал.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика