12:26 (UTC+5), 14 Сентября 2010

«Алтын көҙ – 2010» күргәҙмәһе 1 октябрҙә асыла

Рәсүл Хәмиҙуллин
12-се «Алтын көҙ – 2010» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһен үткәреү ваҡыты үҙгәрҙе. Ул Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәге биләмәһендә ағымдағы йылдың 1 - 11 октябрендә үтәсәк. Сара Рәсәй агросәнәғәт аҙнаһы сиктәрендә ойошторола. Алдараҡ әйтеүҙәренсә, «Алтын көҙ – 2010» 8 октябрҙә асылырға тейеш ине.
Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 1 октябргә урып-йыйыу эштәренә йомғаҡ яһау буйынса бөтә Рәсәй кәңәшмәһен үткәреү планлаштырыла, ул Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналасаҡ. «Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәр», «Тоҡомло малдар» тип аталған күргәҙмә бүлектәре үҙ эшен 4 октябргә тиклем дауам итәсәк.
Шулай уҡ «Алтын көҙ – 2010» күргәҙмәһе сиктәрендә күргәҙмә үҙәгенең үҙәк майҙанында ауыл хужалығы продукцияһы йәрминкәләре үтәсәк. 9 - 11 октябргә ауыл хужалығы техникаһының «АгроТек Рәсәй — 2010» халыҡ-ара махсус күргәҙмәһен үткәреү ҙә ҡаралған.
Башҡортостан аграрийҙары «Алтын көҙ – 2010» күргәҙмәһендә ҡатнашыуға әүҙем әҙерлек алып бара.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика