04:02 (UTC+5), 13 Сентября 2010

Республикала ауыл хужалығы йәрминкәләре асылды

Рәсүл Хәмиҙуллин
Үткән ял көндәрендә Стәрлетамаҡта бал йәрминкәләре үтте. Башҡортостандың байтаҡ райондарының умартасылары Ҡала мәҙәниәт һарайы алдында үҙенең продукцияһын тәҡдим итте.
Артабан Стәрлетамаҡта ошо уҡ урында һәр шәмбе һайын ауыл хужалығы йәрминкәләре үтәсәк.
18 сентябрҙә Ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙан - Стәрлебаш районы вәкилдәренә, 25 сентябрҙә – Әлшәй районы, 2 октябрҙә Ауырғазы һәм Ғафури райондары вәкилдәренә биреләсәк. Стәрлетамаҡ районы тауар етештереүселәре иһә үҙҙәренең продукцияһын 9 октябрҙә йәрминкәгә сығарасаҡ.
“Башинформ” агентлығына Өфө ҡала хакимиәтенең Ҡулланыусылар баҙары идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың баш ҡалаһында йәрминкәләр 19 майҙанда үтәсәк. Йәрминкәләрҙә күрше төбәктәр вәкилдәренең дә ҡатнашыуы көтөлә, күршеләр беҙгә картуф, һуған һәм кишер алып килергә тейеш.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика