05:57 (UTC+5), 13 Сентября 2010

Өфөлә икенсел торлаҡ баҙарында хаҡтар бер аҙнала 0,6 процентҡа күтәрелде

Рәсүл Хәмиҙуллин
Өфөнөң икенсел торлаҡ баҙарында хаҡтар һуңғы аҙнала 0,6 процентҡа күтәрелде. Әлеге мәлдә бөтә төрҙәге фатирҙар буйынса бер квадрат метрға тәҡдим ителгән уртаса хаҡ 42,76 мең һум тәшкил итә.
Хаҡтарҙың ныҡ күтәрелеүе ике бүлмәле фатирҙар сегментында күҙәтелә, унда бер аҙнала квадрат метрҙың хаҡы 0,3 процентҡа артҡан. Башҡа төрҙәге фатирҙарға уртаса хаҡ 0,2 процентҡа күтәрелгән.
Биҫтәләр буйынса торлаҡ ҡала үҙәгендә ҡиммәтерәк, Шаҡша һәм Затонда – арзаныраҡ.
«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре мәғлүмәте буйынса, бөгөн иң арзан, бер бүлмәле, фатирҙы Өфөлә Интернациональ урамынан 950 мең һумға алырға мөмкин. Уның майҙаны - 30,3 квадрат метр. Ә иң ҡыйбатлыһы Киров урамында — 225 квадрат метрлыҡ биш бүлмәле фатир 18,5 миллион һумға һатыла.
Михайловкалағы 348 квадрат метрлыҡ йорт элеккесә һатыуға ҡуйылған иң ҡиммәт коттедж булып ҡала. Уның хаҡы — 20 миллион һум.
17 квадрат метрлыҡ иң арзан бүлмәне 400 мең һумға Новоженов урамынан алырға мөмкин. Иң ҡыйбат бүлмә Сочи урамында тәҡдим ителә. Уның майҙаны — 19 квадрат метр, хаҡы — 950 мең һум.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика