06:14 (UTC+5), 10 Сентября 2010

Милек һалымдарын түләү ваҡыты бер датаға билдәләнде

Рәсүл Хәмиҙуллин
2010 йылдың 27 июлендә үҙ көсөнә ингән 229-ФЗ һанлы федераль закон милек һалымдарын түләү ваҡытына үҙгәрештәр индерҙе.
Элек транспорт, ер һалымын һәм физик шәхестәрҙең күсемһеҙ милкенә һалымды түләү ваҡыты төрлөсә билдәләнгән ине. Мәҫәлән, транспорт һалымын һалым осоро үткәндән һуң киләһе йылдың 31 ғинуарына тиклем түләргә кәрәк булһа, ер һалымы һәм милеккә һалым ике тапҡыр ике төрлө ваҡытта түләнде: ер һалымы –15 сентябргә һәм 1 февралгә тиклем, шәхси милеккә һалым – 15 сентябрь менән 15 ноябргә тиклем.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль һалым хеҙмәте Идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, түләү ваҡыттарының төрлөлөгө арҡаһында һалым түләүселәр ҡайһы ваҡыт береһен түләп, башҡалары тураһында бөтөнләй онота торғайнылар. Хәйер, банкҡа бер нисә тапҡыр барып, оҙон сират көтөүҙәре лә граждандар өсөн еңелдәрҙән түгел ине.
Һалым түләүселәргә уңайлы булһын өсөн үрҙә билдәләнгән федераль закон менән милек һалымдарын түләү ваҡыты итеп бер дата, 1 ноябрь, билдәләнгән. Хәҙер һалым тураһында белдереү ҡағыҙҙары бер конвертта килеүҙән тыш, уларҙы бер бер үк ваҡытта бер тапҡыр түләргә мөмкин.
Бынан тыш, граждандарҙың конституцион бурысын билдәләнгән ваҡыттан алда үтәү мөмкинлеге лә ҡаралған: Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының 45-се статьяһына ярашлы, һалым түләүсенең һалымды ваҡытынан алда түләргә хоҡуғы бар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика