05:32 (UTC+5), 08 Сентября 2010

Картуфҡа Өфөлә һаман хаҡ арта

Евгений Рәхимҡолов
Өфө магазиндарында һәм баҙарҙарында картуф һаман ҡыйбатлана. Бер аҙнала был күптәр өсөн көндәлек һаналған туҡланыу продуктына хаҡтар яҡынса биш процентҡа күтәрелгән. Был турала кисә Өфө хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә уның башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.
Элегерәк Өфө мэры бер нисә тапҡыр, картуфҡа хаҡтар күтәрелеүендә, республикала картуф уңышы үтә түбән, тигән мәғлүмәт таратыусы компетентһыҙ журналистар ғәйепле, тигән фекерен белдергәйне. Был продукцияны ташыусылар иһә бындай мәғлүмәтте һәм уның арҡаһында халыҡ араһында тыуған ажиотажды үҙҙәрен байытыу маҡсатында файҙалана.
Ысынбарлыҡта, Павел Качкаев әйтеүенсә, хәүефләнергә урын юҡ. Насар һауа шарттары арҡаһында Башҡортостанда картуф уңышының башҡа йылдарға ҡарағанда аҙыраҡ булыуы көтөлһә лә, күрше төбәктәрҙә уңыш юғары. Өфө картуф менән бер ваҡытта ла эске поставкалауҙар иҫәбенә тәьмин ителмәне. Был продукцияның яҡынса 50 проценты һәр ваҡыт башҡа төбәктәрҙән ҡайтарылды. Быйыл күршеләрҙән 50 процент урынына 70 процент картуф һатып алғандан бер нимә лә үҙгәрмәйәсәк. Йәшелсә йәрминкәләре осоронда башҡа өлкәләр һәм республикаларҙан килтерелгән картуфҡа хаҡтар түбән буласаҡ.
Картуфтан башҡа, Павел Качкаев һүҙҙәренсә, һуңғы аҙнала Өфөлә йәнә бер нисә аҙыҡ-түлек продукттарына хаҡтар күтәрелгән. Мәҫәлән, һөт уртаса - 2,6 процентҡа, тары ярмаһы һәм кәбеҫтә ике процентҡа ҡыйбатланған.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика