11:12 (UTC+5), 07 Сентября 2010

Башҡортостанға «Росэнергоатом концерны» йәмғиәтенән делегация килә

Любовь Колоколова
10 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһына генераль директорҙары Сергей Обозов етәкселегендә «Росэнергоатом концерны» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән делегация килә. БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, индустриаль парк булдырыу ниәтендә Ағиҙел ҡалаһындағы төҙөлөш базаһы объекттары менән танышыу, шулай уҡ атом энергетикаһы үҫеше перспективаларын тикшереү визиттың төп маҡсаты иҫәпләнә.
Килгән көндә үк Ағиҙелдә «Росэнергоатом концерны» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Ағиҙел ҡалаһы ҡала округы хакимиәте араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйыу планлаштырыла.
Инвестиция проекттарын әҙерләү, электр һәм йылылыҡ энергияһын етештереүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыу маҡсатында Башҡортостандың энергетика комплексын файҙаланыу һәм үҫтереүҙең стратегик программаларын эшләү, Ағиҙел ҡалаһында “Башҡортостан төҙөлөш материалдары” индустриаль паркын булдырыу һәм Башҡортостан АЭС-ы төҙөлөшө проектын ғәмәлгә ашырыуҙа республиканың төньяҡ-көнсығышында сәнәғәтте үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең потенциалын асыҡлау барышында яҡтарҙың үҙ-ара килешеп эшләүе Килешеүҙең төп Предметы булып тора.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика