12:45 (UTC+5), 06 Сентября 2010

Өфөнөң икенсел торлаҡ баҙарында хаҡтар 0,2 процентҡа күтәрелде

Бер аҙнала Өфөнөң икенсел күсемһеҙ милек баҙарында хаҡтар 0,2 процентҡа күтәрелгән. Бөтә төрҙәге фатирҙар өсөн тәҡдим ителгән уртаса хаҡ квадрат метрына 42,5 мең һум тәшкил итә.
Иң аҙ күтәрелгән хаҡтар күп бүлмәле фатирҙар сегментында күҙәтелә – 0,1 %, ә иң ныҡ артҡан хаҡтар – ике бүлмәлеләрҙә, унда квадрат метрҙың хаҡы 0,3 процентҡа күтәрелгән. Ә бер бүлмәле һәм өс бүлмәле фатирҙарға хаҡтар 0,2 процентҡа артҡан.
«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлығы селтәре хәбәр итеүенсә, йыл башынан Өфөлә торлаҡ майҙандың квадрат метрына хаҡтар 6,1 процентҡа артҡан.
Бөгөн Карл Макс урамында ҡалалағы иң арзан өс бүлмәле фатирҙы 1150 мең һумға алып була. Уның майҙаны — 45 кв.м. Иң ҡиммәт «элиталы» фатирҙы (Киров урамы) 18,5 миллион һумға һатып алырға мөмкин. Ул биш бүлмәнән тора, майҙаны 225 кв.м.
Новоженов урамындағы 17 квадрат метрлыҡ иң арзан бүлмә 400 мең һумға тәҡдим ителә, ә иң ҡиммәтлеһе – Сочи урамындағы (майҙаны - 23 кв.м.) 1100 мең һумлыҡ бүлмә.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика