10:34 (UTC+5), 06 Сентября 2010

Өфөлә Castorama гипермаркеты асылды

Любовь Колоколова
Өфөлә Castorama йорт һәм ремонт өсөн тауарҙар гипермаркеты асылды. Яңы сауҙа комплексын асыу тантанаһы йома көндө үтте. Унда ҡала округы ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Рәшит Саттаров, Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығы Салауат Сәғитов, Castorama гипермаркеты һәм «Куинн Груп» компанияһы етәкселеге ҡатнашты.
Өфөләге гипермаркет директоры Илдар Хисмәтуллин магазиндың сауҙа майҙандары буйлап таныштырыу экскурсияһы үткәрҙе, унан һуң сара ҡунаҡтары теләгән тауарҙарын һатып ала алды.
Әйтергә кәрәк, Castorama гипермаркеттары Европала киң билдәле. Улар юғары сифатлы продукцияның киң ассортименты, юғары булмаған хаҡтары һәм профессиональ кәңәштәр принцибына нигеҙләнгән уңайлы хеҙмәтләндереү системаһы арҡаһында халыҡ араһында ҙур популярлыҡ алған. Бөгөнгө көндә Castorama — Франция, Польша һәм Рәсәйҙә урынлашҡан 180 самаһы гипермаркет ул. Өфөлә гипермаркет төҙөлөш 2007 башланды, Ирландияның «Куинн Груп» инвестицион компанияһы инвестор булараҡ сығыш яһаны, тип хәбәр итте Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғлүмәт –аналитика бүлеге.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика