09:00 (UTC+5), 03 Сентября 2010

Күмертауҙа уҡыуҙы тамамлаған йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу юғары кимәлдә

Рәсүл Хәмиҙуллин
Башҡортостандағы район һәм ҡалаларҙың мәшғүллек үҙәктәре сығарылыш уҡыусыларын эшкә урынлаштырыу буйынса әүҙем эш алып бара. Ыңғай өлгөләрҙең береһе – Күмертау. Көн элгәре булып үткән БР Хөкүмәтендәге халыҡты эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү координацион комитетының ултырышында Күмертауҙың Мәшғүллек үҙәге директоры Нина Александрова, 31 авгусҡа ҡарата ҡала предприятиелары менән стажерҙарҙы ҡабул итеү тураһында бер нисә килешеү төҙөлгән, тип белдерҙе. Был эште дауам итеү планлаштырыла. Стажировка дүрт ай ярым ваҡытты ала.
1 сентябргә ҡарата Күмертауҙа йәмғеһе 591 эшһеҙ иҫәпләнә, — тип билдәләне Нина Александрова. – Ағымдағы йылда беҙгә уҡыуын тамамлаған 145 кеше мөрәжәғәт итте. Шуларҙың 120-һе эшкә урынлаштырылды. Белгестәрҙең күбеһе Күмертау авиация производство предприятиеһында эш тапты. Шулай уҡ алты кеше быйыл ҡайтанан әҙерлек үтеүгә йүнәлтелде.
Стажировка темаһын ултырышта «Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Владимир Жаринов дауам итте.
— Былтыр беҙ 19 сығарылыш уҡыусыһын стажировкаға ҡабул иткәйнек, быйыл – берәүгә күберәк булды, — тине ул. – Башлыса инженерҙар һәм технологтарҙы алабыҙ.
Завод етәксеһе йәш белгестәр менән эшләүҙәге бер нисә проблеманы билдәләне. Йыш ҡына практика армияға саҡырылыуҙары арҡаһында туҡтатыла: 2009 йылда бер нисә кешегә ошо сәбәпле практикаһын өҙөргә тура килгән. Бынан тыш, бөтә йәштәр ҙә билдәләнгән ваҡытта заманса станоктарҙа эшләүҙе үҙләштерә алмай. Владимир Жаринов фекеренсә, стажировка ваҡыты алты айҙан да кәм булмаҫҡа тейеш.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика