18:05 (UTC+5), 02 Сентября 2010

Өфө мэрияһы аквапарк төҙөлөшө мәсьәләһен хәл итергә ниәтләй

Рәсүл Хәмиҙуллин
Сентябрь аҙағында Өфөлә аквапарк төҙөү перспективаларының асыҡланыуы ихтимал. Комплекс проектын Англияның «Benoy» бюроһы әҙерләгән. Уның хаҡы 120 миллион доллар менән баһалана. Был ҡоролманы «Ҡашҡаҙан» паркында күтәреү планлаштырыла. Әлеге мәлдә төҙөлөш майҙанын билдәләнгән объекттар төҙөлөшөн алып бармаған инвесторҙар биләй.
Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Рәшит Саттаровтың «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүенсә, әгәр төҙөлөш эштәренә киләһе йыл башына тиклем тотонмаһалар, компания үҙенең ерҙәрен юғалтасаҡ. Вице-мэрҙың әйтеүенсә, сентябрь уртаһында был мәсьәләне фирма-инвесторҙар етәкселәре менән тикшереү планлаштырыла.
Элекке Сипайлово баҙары урынлашҡан территорияла ла ҡаланың беренсе аквапаркы төҙөлөшө урынлашыуы ихтимал. Яҡын арала был майҙанды аукционға сығарырға планлаштыралар. Участка менән Төркиә бизнесмендары ҡыҙыҡһына, улар унда аквапарк һәм ҡунаҡхана төҙөргә ниәтләй.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика