Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Август 2010, 16:09

Эшҡыуарҙарға финанс ярҙамы күрһәтеүгә документтар ҡабул итеү урыны үҙгәрҙе

Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, бөгөнгө көндән алып страховка иғәнәләренең бер өлөшөн субсидиялау, күргәҙмә-йәрминкә сараларында ҡатнашыу буйынса сығымдарҙың бер өлөшөн субсидиялау, энергияны һаҡсыл ҡулланыу программаһын ғәмәлгә ашырыу һәм электр селтәре хужалыҡтары объекттарына тоташтырыу менән бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн субсидиялау кеүек финанс ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороу буйынса бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарынан һәм инфраструктура ойошмаларынан документтар ҡабул итеү урыны үҙгәрҙе, тип хәбәр итә.
Документтар хәҙер көн һайын түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Өфө, Пушкин урамы, 95, 3-сө ҡат, 302-се, 306-сы кабинеттар.
Автор:Любовь Колоколова
Читайте нас: