Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.89
-0.02
91.12
-0.38
70.69
+2.05
16+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Август 2010, 13:17

Өфө трикотаж фабрикаһы «Текстильлегпром-2010» күргәҙмәһендә ҡатнашасаҡ

Өфө трикотаж фабрикаһы текстиль һәм еңел сәнәғәт тауарҙары һәм ҡорамалдарының «Текстильлегпром-2010» федераль күмәртә йәрминкәһендә Башҡортостан исеменән ҡатнашасаҡ.
Рәсәй етештереүселәре өсөн иң әһәмиәтлеләрҙән һаналған күргәҙмә 21-24 сентябрҙә Мәскәүҙә, Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәгенең павильондарында үтәсәк.
Өфө трикотаж фабрикаһы унда үҙенең яңы «Көҙ аккордтары» ҡатын-ҡыҙҙар трикотажы коллекцияһын тәҡдим итәсәк.
— Уны ижад итеүгә беҙҙе әүҙем тормош алып барған ҡатын-ҡыҙ образы илһамландырҙы, — ти дизайнерҙар. – Коллекцияла өс төп линия бар: «Джаз», «Рок-н-ролл» һәм «Блюз». Беренсе варианттың төп үҙенсәлектәр булып аныҡ силуэттар һәм тыныс төҫтәр тора. «Рок-н-ролл» сағыуыраҡ төҫтәрҙе һәм хәрәкәт итеүгә ҡамасауламаған уңайлы моделдәрҙе күҙ уңында тота. Өсөнсө линия — «Блюз» — хис-тойғолар менән һуғарылған, унда наҙлылыҡ һәм еңеллек бар һымаҡ. Төҫтәре – күк, зәңгәр һәм асыҡ һоро.
Автор:Рәсүл Хәмиҙуллин
Читайте нас: