05:38 (UTC+5), 26 Август 2010

Башҡортостанда алтын эҙләү һәм сығарыу буйынса аукцион еңеүсеһе асыҡланған

Рәсүл Хәмиҙуллин
"Инженертехмаркет" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Башҡортостандың Ураҙ сәсмә алтындары төркөмөнә ҡараған Николаевск-Арсентьевск участкаһында сәсмә алтын эҙләү һәм сығарыуға аукционда еңеп сыҡты. БР буйынса Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, предприятие өс миллион ярым һум күләмендә бер тапҡыр эшләнә торған түләү башҡарырға әҙерлеген белдергән. Еңеүсене асыҡлауҙа ошо төп критерий булған да инде.
"Инженертехмаркет"ҡа сәсмә алтын эҙләүгә һәм сығарыуға 20 йылға иҫәпләнгән лицензия бирелгән.
Майҙаны һигеҙ квадрат километр тәшкил иткән Николаевск-Арсентьевск участкаһы Учалы районында урынлашҡан. С1 категорияһы буйынса дөйөм запас - 106 килограмм, С2 – 32 килограмм. Участка биләмәһендә йәмғеһе биш һибелмә алтын урыны бар. Ҡайһы берәүҙәрендә, тулы булмаған архив мәғлүмәттәренән күренеүенсә, 200 килограмға тиклем ҡиммәтле металл табылған.
"Инженертехмаркет" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән тыш, аукционда «Компаньон» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡатнашҡан. Ике предприятие ла Силәбе ҡалаһынан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика