05:08 (UTC+5), 25 Августа 2010

Аграр комплекс федераль финанс ярҙамын арттырыуға дәғүә итә ала

Эльвира Латипова
Республика федераль бюджет средстволары иҫәбенә ауыл хужалығына ярҙам күләмен арттырыуға дәғүә итә ала. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге ваҡытҡа Башҡортостан 3,088 миллиард һум күләмендә Рәсәй Финанс министрлығы кредитын йәлеп итте.
Кредит мотлаҡ маҡсат тәғәйенләнешендә: ул ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса сараларҙы үтәү менән бәйле республика бюджеты дефицитын ҡаплау өсөн тәғәйенләнә. Һәм, әлбиттә, Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән килешелгән сараларҙы. Финанс ярҙамы ҡайтарыу һәм түләү шарттарында бирелә. Заем средстволарын 2012 йылдың 1 октябренә тиклем ҡайтарырға кәрәк. Кредит менән файҙаланған өсөн йыллыҡ 1,9375 процент күләмендә түләү алына. Аҡсалар иген, орлоҡ, мал аҙығы запастары, он тартыу һәм икмәк бешереү предприятиелары өсөн тотороҡло сеймал базаһы булдырыуға, аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеүгә, ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәрен дәүләт яҡлауына йүнәлтеләсәк.
— Беҙҙә ярҙам күләмдәрен арттырыуға дәғүә итеү мөмкинлектәре бар, — ти БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, финанс министры Айрат Ғәскәров. – Ләкин был мөмкинлектәргә заемсылар, йәғни ауыл хужалығы етештереүселәре үҙҙәре, юғары яуаплылыҡ һәм намыҫлылыҡ, финанс һәм түләү дисциплинаһы менән яуап ҡайтарырға тейеш.
Федераль кредит алыу менән Башҡортостанда бюджет дефициты 17,5 миллиард һумға етте. Был республика бюджеты табыштарының дөйөм күләменең 28 проценты.
— Был этапта беҙҙең төп бурыс – ауыл хужалығына киң ярҙам күрһәтеү һәм бөтә бюджет системаһының тотороҡлолоғон, уның сығым һәм, иң элек, социаль йөкләмәләрҙе ваҡытында үтәү һәләтлелеген һаҡлау, — тип иҫәпләй вице-премьер.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика