11:09 (UTC+5), 24 Августа 2010

«Электрон сират» барлыҡҡа килде

Рәсүл Хәмиҙуллин
Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы «электрон сират» системаһын индерҙе. Ул белдереү яһаусылар ағымын көйләргә һәм оптималләштерергә ярҙам итә. Был турала идаралыҡтағы брифингыла ведомство начальнигы Петр Галунов һөйләне.
— «Электрон сират» белдереү яһаусылар менән эште тәртипкә һалыуға етди өлөш индерә, — тине ул. – Беҙ хеҙмәтләндереүҙәребеҙ менән файҙаланыу уңайлыраҡ һәм тиҙерәк булһын өсөн мөмкин тиклем барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Бындай яңылыҡтар Идаралыҡта сиратты һиҙелерлек кәметергә ярҙам итә.
Июндә Башҡортостанда был система тест режимында индерелде. Хәҙер хоҡуҡты теркәүгә документтар тапшырыу өсөн граждандар документтар ҡабул итеү-тапшырыу залында ҡуйылған терминал аша үҙ аллы заявка тултыра.
— Үҙеңдең шәхси мәғлүмәттәреңде, күсемһеҙ милек объекты адресын индерергә, кәрәкле операцияны һайларға һәм сират талонын баҫып сығарырға кәрәк, — тип аңлата документтарҙы ҡабул итеү-тапшырыу бүлеге начальнигы Алена Ханова. – Әгәр ниндәй ҙә булһа проблема тыуа ҡалһа, терминал менән йәнәштә администратор тора, ул консультация бирә йәки, әйтәйек, пенсионерҙарға заявка тултырырға ярҙам итә ала.
«Электрон сират» ҡабул итеүҙә һәр белгестең ағымдағы эше һәм хеҙмәтләндерелгән граждандар иҫәбе тураһында статистик мәғлүмәт алырға ла ярҙам итә.
Бөгөн система Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта эшләй. Был сервистың альтернативаһы бар –документтар тапшырыуға алдан яҙыу. Эш көндәрендә 14 сәғәттән 18 сәғәткә тиклем (347) 241-56-72 телефоны аша яҙылырға мөмкин. Был хеҙмәтләндереү менән, "Хоҡуҡтарҙы теркәү – Документтар ҡабул итеүгә алдан яҙыу" бүлегендә үҙең теләгән датаны һәм тапшырыу ваҡытын күрһәтеп, Идаралыҡтың www.to02.rosreestr.ru сайты аша ла файҙаланырға мөмкин.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика