11:02 (UTC+5), 23 Августа 2010

Белорет металлургия комбинаты коллектив договор шарттарын үтәй ала

Эльвира Латипова
«Мечел» компанияһына ингән Белорет металлургия комбинатында предприятие хакимиәте һәм профсоюз комитеты вәкилдәренең быйыл беренсе ярты йыллыҡтағы коллектив договорҙы үтәү йомғаҡтарына арналған берлектәге ултырышы үткәрелде.
Предприятиеның эш һөҙөмтәләре һәм метиз баҙарындағы эштәр торошо тураһында ултырышта ҡатнашыусыларға «БМК» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара итеүсе директоры Виктор Камелин һөйләне. Ул, комбинаттың 2010 йылдың алты айындағы эше ыңғай баһалана, тип билдәләне: метиз продукцияһы етештереү 219 мең тоннаға тиклем арттырылған, был былтыр ошо уҡ осорҙа етештерелгәндән 153 процентҡа күберәк, прокат — 314 мең тоннаға тиклем (23 процентҡа). Ярты йылда предприятие 321 миллион һум саф килем алған, ә 2009 йылдың ғинуар-июнендә 229 миллион һумлыҡ зыян күргәйне. Йәғни коллектив договорҙың бөтә пункттары тулы күләмдә үтәлергә тейеш – бының өсөн бөтә нигеҙҙәр бар.
Эш биреүсе менән эшсенең мөнәсәбәттәрен көйләүсе төп документтың был пункттары тураһында комбинаттың профсоюз комитеты рәйесе Георгий Хлесткин тәфсирләп һөйләне. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, предприятие коллективы 2010 йылға ҙур производство программаһын үтәренә ышана.
Предприятие хакимиәте менән профсоюз комитетының 2010 йылдың беренсе ярты йыллығында коллектив договорҙы үтәү буйынса эшенә ыңғай баһа бирелде. Шулай уҡ коллективтың быйыл икенсе ярты йыллыҡҡа төп бурыстары билдәләнде. Улар араһында – етештереү ҡалдыҡтарын кәметеү һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген кәметеү буйынса эш.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика