05:31 (UTC+5), 20 Августа 2010

Күрше төбәктәр биләмәһендә Башҡортостан 32 мең тонна мал аҙығы әҙерләне

Эльвира Латипова
100-гә яҡын механизацияланған бригада күрше төбәктәр биләмәһендә, атап әйткәндә, Пермь крайында, Свердловск, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләрендә, Башҡортостан малсылығы ихтыяжы өсөн мал аҙығы әҙерләү менән мәшғүл. Бөгөнгө көндә республиканан ситтә 32 мең тонна тупаҫ мал аҙығы әҙерләнгән.
БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 18 авгусҡа ҡарата Башҡортостанда 455 мең тонна бесән (пландың 62 проценты) һәм 1,4 миллион самаһы тонна сенаж (61 процент) һалынған. Шулай уҡ 438 мең тонна һалам, 21 мең тонна япраҡ аҙыҡ, 56 мең тонна төрлө үлән эҫкерткә һалынған. Әлеге ваҡытта малсылар менән шартлы мал башына 14,2 центнер мал аҙығы берәмеге күләмендә мал аҙығы әҙерләнгән.
Республиканың машина-технология станциялары көсө менән Урал аръяғының шәхси ярҙамсы хужалыҡтарына һалам әҙерләү һәм ташып биреү эштәре башҡарыла.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика