Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.65
+0.24
92.68
-0.07
68.87
-0.24
14+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Август 2010, 17:09
Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусылар проблемаһы Башҡортостанда 2012 йылда хәл ителергә тейеш
Һуңғы проблемалы йорт Башҡортостанда 2012 йылда төҙөлөп бөтөргә тейеш. Шундай бурыс ҡуйҙы бөгөн республика Президенты Рөстәм Хәмитов ошо мәсьәлә буйынса БР Хөкүмәте Йортонда үткән кәңәшмәлә. Уның эшендә һәр төрлө министрлыҡтар һәм ведомстволар, шулай уҡ төҙөлөш компаниялары вәкилдәре ҡатнашты. Республика башлығы был проблеманы хәл итеүҙе артабан һуҙырға ярамағанлығын белдерҙе. Торлаҡ мәсьәләһе бөгөнгө көндә Башҡортостанда көнүҙәк һәм беренсе сиратта хәл итеүҙе талап иткәндәрҙән һанала.
— Финанс көрсөгө һәм намыҫһыҙ төҙөүселәр республикалағы проблемалы йорттар иҫәбен арттырҙы, — тип билдәләне Президент. – Ошондай төҙөүселәр менән йәлеп ителгән халыҡ аҡсаһы артабан тәғәйенләнеше буйынса файҙаланылмаған. Төҙөлөш эштәрен контролдә тотоу өсөн ведомство-ара комиссия төҙөлгән, әммә ул һөҙөмтәле эшләмәй. Кешеләр әле һаман ни аҡсаһын, ни торлағын ала алмай, төҙөлөш тамамланыу перспективаһы ла күренмәй. Дәүләт һәр ваҡыт аҡсаһын һәм эштәрҙе башҡарыу ваҡытын иҫәпләй белмәгән төҙөүселәрҙе ҡотҡарырға тейеш түгел. Беҙгә уларҙы үҙ йөкләмәләрен үтәргә мәжбүр итергә кәрәк.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонин әйтеүенсә, бөгөн республикала 25 проблемалы йорт бар. Алданған өлөшсөләр – ике меңдән ашыу кеше. Бындай йорттарҙың барлыҡҡа килеүенең төп сәбәбе төҙөүселәрҙең матди средстволары булмауы менән аңлатыла.
Кәңәшмәлә Өфөләге ун проблемалы йорт төҙөлөшөнөң киләһе йылда тамамланасағы хаҡында ҡарар ҡабул ителде. Башҡортостан Республикаһының башҡа район һәм ҡалаларындағы бындай йорттар буйынса мәсьәләләр ҙә 2011 йылдың беренсе яртыһында хәл ителәсәк.
Сергей Афонин Башҡортостан ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтарын алдағы биш көн дауамында проблемалы объекттар буйынса башҡарыласаҡ эштәр планын әҙерләп, уны БР Хөкүмәтенә тәҡдим итергә саҡырҙы. Бынан тыш, муниципаль властарға аҙна һайын республика етәкселегенә эштәр барышы тураһында мәғлүмәт биреп торорға ҡушылды. Шулай уҡ кәңәшмәлә төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусылар буйынса бер нисә закондар сығарыу проекттарын әҙерләргә һәм был өлкәлә эшләгән ойошмалар һәм ведомстволарҙың хеҙмәттәшлеген нығытырға тәҡдим ителде.
Автор:
Рәсүл Хәмиҙуллин
Теги:
төҙөлөш
кәңәшмәләр
Читайте нас: