12:46 (UTC+5), 19 Августа 2010

Ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөүгә Башҡортостан 3,088 миллиард һум күләмендә бюджет кредиты алды

Эльвира Латипова
Башҡортостан аномаль эҫе һауа шарттары һәм ҡоролоҡ менән бәйле ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен йырып сығыуға өҫтәмә финанс ярҙамы - өс миллиард 88 миллион һум алды. Бөгөн БР Ауыл хужалығы министрлығында ведомство башлығы Азат Йыһаншин үткәргән кәңәшмә тап ошо ҡаҙна кредитын нисек файҙаланыу мәсьәләһенә арналды. Кәңәшмәгә муниципаль район хакимиәттәре вәкилдәре саҡырылды, тип хәбәр итте БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Иген фуражы, орлоҡ, икмәк бешереү предприятиеларына он, шулай уҡ лизинг шарттарында мал һәм малсылыҡ өсөн ҡорамалдар, ауыл хужалығы техникаһын һатып алыу бюджет займын файҙаланыуҙың өҫтөнлөклө йүнәлештәре тип аталды.
Бюджет средстволарын һөҙөмтәле ҡулланыу өсөн махсус яуаплылыҡ ҡаралған, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Азат Йыһаншин.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика