Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.29
-0.21
89.84
-0.3
68.81
-1.32
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Август 2010, 14:39

Аграрийҙар шартлы мал башына 14,2 центнер мал аҙығы берәмеге иҫәбенән мал аҙығы әҙерләгән

Башҡортостанда мал аҙығын әҙерләү дауам итә. 18 авгусҡа ҡарата шартлы мал башына 14,2 центнер мал аҙығы берәмеге иҫәбенән мал аҙығы әҙерләнгән. Алдынғы урында - Яңауыл районы, уларҙа был күрһәткес 22 центнер тәшкил итә, артынса Борай (19,4), Саҡмағош (19), Стәрлетамаҡ (18,8), Өфө (18,5) райондары килә.
— Урал аръяғында хәлдәр ауыр ине, әммә хәҙер барыһы ла үҙгәрҙе, — ти Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Азат Йыһаншин. – Әлегә мал аҙығы берәмектәре әҙерәк, әлбиттә, әммә ошо аралағы айҙарҙа был хәлдең яҡшырыуына өмөтләнәбеҙ.
Автор:Эльвира Латипова
Читайте нас: