11:43 (UTC+5), 18 Августа 2010

Республиканың ҡоролоҡтан зыян күргән райондарына мал аҙығы әҙерләү өсөн техника ебәрелгән

Башҡортостан райондарында һәм унан ситтә пресланған бесән һәм һалам әҙерләүҙә ауыл хужалығы предприятиеларының 64 пресс-йыйыусыһы һәм 58 йөк тейәүсе механизмы йәлеп ителгән. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тупаҫ мал аҙығын преслауҙа республика машина-технология станцияларының 100-ҙән ашыу пресс-йыйыусыһы эшләй. Шулай уҡ республиканың ҡоролоҡтан зыян күргән райондарында йәшәүсе граждандарҙың шәхси хужалыҡтарын мал аҙығы менән тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәтелә.
Әҙер тупаҫ мал аҙығын транспортлауҙа көн һайын 400 самаһы йөк машинаһы ҡатнаша, улар ауыл хужалығы ойошмаларына һәм шәхси хужалыҡтарға 30 мең тоннанан ашыу бесән һәм һалам ташыған.
Ошонан алда БР ауыл хужалығы министры Азат Йыһаншин райондарҙан ситтә мал аҙығы әҙерләүҙең һәм райондарға ҡайтарыуҙың аҡрын алып барылыуын билдәләп, был эште мөмкин тиклем тиҙләтеү бурысын ҡуйғайны.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика