11:40 (UTC+5), 18 Августа 2010

«Өфө-Арена»ның икенсе сиратын төҙөүгә өҫтәмә финанстар талап ителә

Рәсүл Хәмиҙуллин
Өфөлә “Өфө-Арена” универсаль спорт комплексының икенсе сираты төҙөлә. Проект "2006-2015 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһында физкультура һәм спорт үҫеше" Федераль маҡсатлы программаһына ярашлы финанслана.
Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының әйҙәүсе советнигы Римма Чередниктың хәбәр итеүенсә, РФ Спорт һәм туризм министрлығына 100 миллион һум суммалыҡ өҫтәмә финанс средстволары бүлеүҙе һорап заявка биреү планлаштырыла.
— Федераль маҡсатлы программа буйынса төҙөлөш эштәренә - 100 миллион һум, республика ҡаҙнаһынан 135 миллион һум йүнәлтелгәйне, — тине ул. - Әгәр өҫтәп аҡса алһаҡ, төҙөлөштө 2011 йылдың октябрь-ноябрендә тамамлай аласаҡбыҙ.
"Өфө-Арена"ның икенсе сираты 900 тамашасы һыйҙырышлы трибунаны һәм боҙ һырғалағын үҙ эсенә ала. Боҙ майҙансығы хоккей уйнар өсөн генә түгел, башҡа спорт төрҙәре өсөн дә тәғәйенләнгән, шулай уҡ концерттар үткәреүҙә лә файҙаланыла ала. Бынан тыш, күп ҡатлы машиналар ҡуйыу урыны һәм спортсылар сәләмәтлеген тергеҙеү үҙәге төҙөләсәк. Объект төҙөлөшө менән “Башуралэнергострой” холдинг компанияһы шөғөлләнә.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика