07:24 (UTC+5), 13 Август 2010

13 августа Башҡортостанда 13 урман янғыны теркәлде

Рәсүл Хәмиҙуллин
Башҡортостанда янғын хәүефлелеге миҙгеле башланғандан алып дөйөм майҙаны 9790 гектарға тиң 505 урман янғыны теркәлгән.
Әлеге ваҡытта республикала 13 урында урман яна. Бөрйән, Белорет, Күгәрсен, Дыуан, Нуриман, Яңауыл һәм Өфө райондарында 300 гектар майҙанда урманды ут солғаған. Янғын һүндереүгә 270 кеше һәм 80 техника берәмеге йәлеп ителгән. Бар янғындар ҙа һүндерелеп бөтөп бара. Зыян күреүселәр юҡ һәм торама пункттарға хәүеф янамай.
БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, техника бүлеп биреү һәм урындағы халыҡты йәлеп итеү буйынса муниципаль район хакимиәттәре һәм барлыҡ предприятиелар менән бәйләнеш булдырылған.
Алыҫ райондарға һәм барып етеүе ҡыйынлыҡ тыуҙырған урындарға «Өфө авиалиниялары» авиакомпанияһы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте ваҡытында самолет һәм вертолеттар бүлә.
19 тораҡ пункты һәм 163 ауыл тирәләй янғынды ситкә ебәреү өсөн соҡорҙар яһалған, уратып ер һөрөлгән.
Был көндәрҙә халыҡ менән урман массивтарына инеүҙе сикләү буйынса аңлатыу эштәре алып барыла. Транспорт сараларын урманға инеүҙән тыйыу тураһында аншлагтар һәм плакаттар яңыртылған. БР Урман хужалығы министрлығында һәм ведомствоға ҡараған учреждениеларҙа эш тәүлек әйләнәһенә һәм ялһыҙ режимда ойошторолған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика